Мәктәп музейы – ҡомартҡыларҙы, данлы үткәнебеҙ тураһында хәтер һаҡлаусы ғына түгел, шулай уҡ тематик осрашыуҙар, күргәҙмәләр ойоштороу урыны булып та хеҙмәт итә.
Батыргәрәй Юлыев исемендәге I Этҡол мәктәбендә 1978 йылдан алып "Тыуған яҡты өйрәнеү” (краеведение) музейы эшләп килә. Был мәктәп музейы үҙенең ойошторолған көнөнән башлап йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә ҙур иғтибар бирә.