Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Понедельник, 20.05.2024, 02:21
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Февраль » 15

Хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә,14 февраль көнө мәктәптә патриотик темаға шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үткәрелде. «Шиғриәт иле» исеме аҫтында үткән кисә үҫеп килгән йәш быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. 1-8-се синыф уҡыусылары араһында барған ярышта 18 уҡыусы ҡатнашты, улар тарафынан төрлө авторҙарҙың ошо темаға ярашлы шиғырҙары яттан һөйләнелде. Бик сәмле барған бәйгенең еңеүселәре 2 төркөмдә билдәләнде. 3-сө синыф уҡыусыһы Байымов Ансаф башланғыс кластар төркөмөндә Гран-при яулаһа, ҡалған урындарға Моталлапова Әминә, Рыскужин Рәсим, Азаматова Гөлдәр лайыҡ булды. Урта кластарҙан I, II, III урындар Иҫәнғолов Бөрйәнгә, Сөләймәнова Көнһылыуға, Хәмитова Ләйсәнгә бирелде. Юғары башҡарыу оҫталығы менән айырылып торған 6-сы синыф уҡыусыһы Хәсәнов Илзатҡа бер кем дә етә алманы һәм ул, лайыҡлы рәүештә, Гран-при яуланы.

... Читать дальше »

Просмотров: 312 | Добавил: itkul | Дата: 15.02.2017 | Комментарии (0)

Форма входа
Поиск
Календарь
«  Февраль 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
  12345
6789101112
13141516171819
20212223242526
2728

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz