Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Понедельник, 20.05.2024, 04:03
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Октябрь » 28 » Ата- әсәләр конференцияһы
08:53
Ата- әсәләр конференцияһы

     27 октябрь көнө Батыргәрәй Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Уҡыусыларҙың мораль сифаттарын үҫтереүҙә ғаиләнең роле» исемледөйөм ата- әсәләр конференцияһыүтте.

Ерҙәге социаль һәм экологик хәлдәр барлыҡ кешеләрҙә дә борсолоу һалыуы бөгөнгө көндә бер кемгә лә сер түгел. Бәләкәй балалар өсөн бигерәк тә ныҡ борсолабыҙ. Бала бәләкәйерәк саҡта беҙ улар өсөн тынысбыҙ, сөнки беҙ уларҙы ҡурсалай алабыҙ, кәрәк ерҙә ярҙам итәбеҙ. Әммә, бер көн килер, бала беҙҙән, ғаиләнән айырылып сығыр, үҙе генә төрлө ерҙәргә йөрөй башлар. Бындай тормошҡа беҙҙең балалар  әҙерме? Үҙен һаҡлай алырмы, төрлө ҡурҡыныстарҙы йырып сыға алырмы? Был турала беҙгә, ололарға, бала әлегә беҙҙең яныбыҙҙа булған ваҡытта уйларға кәрәк. Педагогтарҙың һәм ата-әсәләрҙең төп маҡсаты балаларҙы һаҡлау һәм ҡурсалауҙан ғына тормай, ә уларҙы тормошта килеп сыҡҡан төрлө ауырлыҡтар, хатта  ҡурҡыныс тормош хәлдәре менән осрашыуға лә әҙерләү. Был ҡатмарлы тормошта кәрәкле белемдәре булған кеше генә барлыҡ ауырлыҡтарҙы еңеп сығып, уларҙы алдан күрә белә һәм ҡаршылыҡтарҙы урап үтә ала. «Бәлә килмәҫтән алда уҡ һаҡлан!», - тип ололар бушҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Шуға күрә лә  ата-әсәләр конференцияһы ошо маҡсаттан сығып ойошторолдо һәм төрлө өлкә белгестәре ҡатнаштылар.

Баймаҡ ҡала һәм районы прокурорының урынбаҫары Муртаев Игорь Александрович,социаль-психологик  ярҙам үҙәге  белгесе, педагог- психолог Мухамедьярова Гөлфиә Иршат ҡыҙы, Баймаҡ ҡала һәм районының бәлиғ булмағандар эше буйынса полицияның өлкән лейтенанты Нурзилә Сәғит ҡыҙы, юл хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспектор Байбулов Заһир Зөфәр улы,Беренсе Этҡол ауыл хакимиәте башлығы Азаматова Гөлнур Йыһанур ҡыҙы,Б.Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол мәктәбе директоры  Муталлапова М.Т. ҡыҙы сығыш яһанылар.

Улар көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләнеләр һәм бөгөнгө көндә ата-әсәләрҙе борсоған һорауҙарға яуап бирҙеләр. Килгән белгестәр үҙҙәренең сығыштарында уҡыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү юлдарын ата-әсәләргә аныҡ итеп еткерҙеләр.

Просмотров: 418 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Октябрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
      1
2345678
9101112131415
16171819202122
23242526272829
3031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz