Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Понедельник, 20.05.2024, 00:25
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Май » 3 » Башланғыс синыф уҡыусылары аҙналығының йомғаҡлау анализы.
19:24
Башланғыс синыф уҡыусылары аҙналығының йомғаҡлау анализы.

17 апрелдән  22 апрелгә тиклем башланғыс синыф уҡыусылары аҙналығы булып үтте .

Аҙналыҡтың төп маҡсаттары :1)тәбиғәткә битараф булмаған уҡыусыларыбыҙҙың ижадын үҫтереү һәм ижади эштәрен ҡабул итергә,хупларға өйрәтеү.Ижадҡа ҡыҙыҡһыныу һәм ынтылыш тәрбиәләү.     

2)Үткәреләсәк сараларҙа ҡоролған һөйләшеүҙә әүҙем ҡатнашып,үҙ фекерен әйтергә ,иҫбат итергә һәм һығымта яһарға; телмәр,ижади һәләт,тыңлай,күҙәтә һәм күрә белеү кеүек сифаттарҙы үҫтереү .

3)тәбиғәткә хас үҙенсәлектәрҙе күҙәтеү,тәбиғәткә һөйөү уятыу.

Беҙ башланғыс синыф уҡытыусылары балалар өсөн аҙнаның һәр бер көнөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс итеп үткәрергә тырыштыҡ.

Дүшәмбе көн уҡыусылар “Ҡоштар –беҙҙең дуҫтар” темаһына арналған һүрәттәр  конкурсында ҡатнаштылар.Бөтәһе 45 һүрәт ҡабул ителде,шуларҙың   15 һүрәте иң-иңдәр рәтенә индерелеп бүләкләнделәр.

Шишәмбе көнөХәсәнова Альбина Азат ҡыҙы тарафынан тик  1–се синыфтар өсөн “Зирәктәр һәм Отҡорҙар” уйыны үткәрелде.Бәләкәс кенә булһаларҙа бик дәртле уйнанылар.

 Шаршамбы  көнө Барлыбаева Әлиә Исмәғил ҡыҙы тарафынан “Интеллектуаль марафон” үткәрелде.Уҡыусылар ике командаға бүленешеп (“Тапҡырҙар” һәм “Зирәктәр”)ярыштылар.Был уйын бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булды.Балалар ихлас уйнанылар . Жюри тарафынана ҡарап барылды һәм “Тапҡырҙар” еңеп сыҡтылар.

  Кесаҙна көнө Рыскужина Дилә Әхтәм ҡыҙы тарафынан “Математик калейдоскоп” үткәрелде .Уҡыусылар ике төркөмгә бүленеп уйнанылар.”Логика” һәм “Квадрат” командалары бик етди һәм сәмле ярыштылар.Дилә Әхтәм ҡыҙы бик ҡыҙыҡлы уйын төрҙәре ҡулланып уҡыусыларҙы бик матур итеп йәлеп итте.Был сәмле уйында “Квадрат” командаһы еңеүгә өлгәште.

Йома көндө “Ҡоштар байрамы” үткәрелде.Был сарала “Сыйырсыҡ” һәм “Сыйырсыҡтар” командалары сәмле ярышты һәм “Сыйырсыҡтар” командаһы еңеп сыҡты.Был сараның икенсе яртыһын шиғыр конкурсы дауам итте.Уҡыусылар бик матур шиғырҙар һайлағандар .Тик ҡайһы бер уҡыусыларға, конкурс булғас,тағы ла ихласыраҡ итеп ятларға теләк белдереп ҡалдылар.Был шиғыр конкурсында 1–се синыф уҡыусылары ҡоштар булып кейенеп үҙ ролдәренә инеп сығыш яһауҙары бик урынлы килеп сыҡты.Афарин,уҡыусылар!

Аҙна аҙағында үткәрелгән линейкала уҡыусыларҙың уңыштары уҡытыусылар тарафынан баһалап кителде.Шулай итеп башланғыс синыф уҡыусылары аҙналығы фәһемле үтеп китте.Ҡатнашҡан уҡыусыларға уңыштар ,ә ойоштороусы уҡытыусыларға оло рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ.

Просмотров: 365 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Май 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz