Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Воскресенье, 19.05.2024, 22:09
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Декабрь » 10

8 декабрь “Урындарҙағы инициативаларҙы хуплау проекты”нда ҡатнашыу буйынса һөйләшеү үткәреү һәм тәҡдимдәр индереү өсөн 1-се Этҡол ауылы халҡы мәктәпкә йыйылышҡа килде.

Йыйылышта район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Д.Р.Хисмәтуллин, район Советы секретары Х.Х.Аминев, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Р.В. Дәүербәков, 1-се Этҡол биләмәһе хакимиәте башлығы Г.Й. Азаматова ҡатнашты.

Йыйылыштың маҡсаты Берҙәм Рәсәй партияһының “Урынд ... Читать дальше »

Просмотров: 380 | Добавил: itkul | Дата: 10.12.2017 | Комментарии (0)

8 декабрь, йома көнө, мәктәптә Матбуғат байрамы үткәрелде. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Һаҡмар” гәзит-журналдарынан “вәкилдәр” - Хәсәнов Илзат, Вәлитова Гөлкәй, Моталлапова Әминә, Йәғәфәрова Ләлә килдеделәр һәм үҙҙәренең матбуғаты

менән таныштырҙылар, ә Хисмәтуллина Фидалия почтальонка ролендә ата-әсәләрҙе ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, балаларҙы рухи аҙыҡ менән тәьмин итергә, телебеҙгә битараф булмайынса, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына газета-журналдарға яҙылырға саҡырҙы.

Артабан матбуғатҡа яҙылыусылар араһында ярыш ойошторолдо һәм еңеүселәр билдәләнде. “Бөтә класс менән гәзит-журналдарға яҙылыу” номинацияһында 6-сы класс 1-се урын алды. 2-се урынға иң бәләкәй уҡыусылар – 1-се ... Читать дальше »

Просмотров: 525 | Добавил: itkul | Дата: 10.12.2017 | Комментарии (0)

6 декабрь 1-се Этҡол урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 11-се класс уҡыусылары рус әҙәбиәтенән йомғаҡлау иншаһы яҙҙы.

Инша яҙыу дәүләт аттестацияһына инеү тураһында ҡарар ҡабул итеүгә нигеҙ булып тора. Инша өсөн билдә ҡуйыу ҡаралмай, ул «зачет» йәки «зачет түгел» тип билдәләнә. «Зачет» алған уҡыусылар ғына Берҙәм дәүләт имтиханын һәм дәүләт сығарылыш имтиханын тапшырасаҡ.

Беҙҙең уҡыусыларыбыҙ барыһы ла иншаны уңышлы яҙҙы һәм Берҙәм дәүләт имтиханына индереләсәк. Артабан да рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Фәнисә Әмир ҡыҙына һәм уның уҡыусыларына тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ.

Просмотров: 281 | Добавил: itkul | Дата: 10.12.2017 | Комментарии (0)

Форма входа
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz