Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Среда, 08.05.2024, 22:55
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Декабрь » 10 » Матбуғат байрамы
18:01
Матбуғат байрамы

8 декабрь, йома көнө, мәктәптә Матбуғат байрамы үткәрелде. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Һаҡмар” гәзит-журналдарынан “вәкилдәр” - Хәсәнов Илзат, Вәлитова Гөлкәй, Моталлапова Әминә, Йәғәфәрова Ләлә килдеделәр һәм үҙҙәренең матбуғаты

менән таныштырҙылар, ә Хисмәтуллина Фидалия почтальонка ролендә ата-әсәләрҙе ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, балаларҙы рухи аҙыҡ менән тәьмин итергә, телебеҙгә битараф булмайынса, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына газета-журналдарға яҙылырға саҡырҙы.

Артабан матбуғатҡа яҙылыусылар араһында ярыш ойошторолдо һәм еңеүселәр билдәләнде. “Бөтә класс менән гәзит-журналдарға яҙылыу” номинацияһында 6-сы класс 1-се урын алды. 2-се урынға иң бәләкәй уҡыусылар – 1-се класс лайыҡ булды һәм 3-сө урынды 3-сө һәм 4-се кластар яуланы. Хисмәтуллина Гөлфиә Әнүәр ҡыҙының тырышлығы менән беренсе урынға сығыусы 6-сы класс бассейнға барыу хоҡуғын алды, Рыскужина Дилә Әхтәм ҡыҙы (1-се класс), Барлыбаева Әлиә Исмәғил ҡыҙы (3-сө класс) һәм Йортбәкова Гөлсинә Рәүил ҡыҙының (4-се класс) уҡыусыларына төрлө приздар тапшырылды. Бүләктәрҙең спонсоры - ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы Азаматова.

“Кабинет өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу” номинацияһында мәктәп администрацияһының рәхмәт хатын 5-се, 7-се кластар алды. Етәкселәре – Мәхмүтова Фәнүзә Фирғәт ҡыҙы һәм Ишҡыуатова Гүзәл Айҙар ҡыҙы.

Просмотров: 524 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz