Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Воскресенье, 19.05.2024, 20:07
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 2
Гостей: 2
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Декабрь » 4 » Ата-әсәләр йыйылышы
17:02
Ата-әсәләр йыйылышы

Бер нисә айҙан сығарылыш кластары өсөн яуаплы осор — берҙәм дәүләт имтихандары етә. Уҡыусылар өсөн көсөргәнешле мәлдә ата-әсәләр балаларының хәлен аңлап, дәртләндереп торорға тейеш. Ярҙам итеү урынына бирә алмаһаң тип ҡурҡытыусылар ҙа юҡ түгел бит.

Ата-әсәләр ҙә БДИ шул тиклем ҡыйынмы икән, ниңә балаларҙың ҡоттарын осороп, шул тиклем ыҙалаталар икән тип аптырауға ҡала. Берҙәм дәүләт имтихандарының ниндәй шарттарҙа үтеүе менән таныштырыу маҡсатында 30 ноябрь Беренсе Этҡол урта мәктәбендә Буранбай, Сыңғыҙ, Таулыҡай, Беренсе Этҡол мәктәбенең 9-сы, 11-се класс сығарылыш класы уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн йыйылыш үтте. БДИ тапшырыу өсөн йыйылған ата-әсәләргә инструктаж уҙғарылды, исемлек буйынса кем ҡайһы кабинетҡа бара — ошолар бәйән ителде. Артабан тулҡынланыуҙары йөҙҙәренә сыҡҡан ата-әсәләр кластарға йүнәлде. Имтихан үтәсәк кабинетта теләгән парта артына йәки предметты яҡшыраҡ белгән берәйһе янына ултырыу мөмкин түгел. Сөнки урындар алдан билдәләнгән. Барыһы ла ысын имтихандағыса. Видеокамералар эшләй. Бланкыларҙы нисек дөрөҫ тултырырға өйрәткәндән һуң ата-әсәләр фамилия, исем-шәрифтәрен, паспорт мәғлүмәттәрен яҙҙы. Шунан һуң ата-әсәләрҙе мәғариф бүлегенең төп белгестәре Сиражетдинов И.З һәм Йортбәкова В.Ә. БДИ һәм ОГЭ тапшырыу барышында ниндәй талаптар ҡуйыла, ниндәй үҙгәрештәр көтөлә, райондың үткән уҡыу йылының һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар.

Мәктәп директоры Моталлапова М.Т. үҙенең сығышында төп маҡсат итеп ата-әсәләргә берҙәм дәүләт имтихандарынан ҡурҡыу, балаларҙы психологик баҫым аҫтына алырға ярамағанлығын аңлатты.Ғөмүмән ата-әсәләр, уҡыусылар шуны аңларға тейеш: имтиханды уңышлы биреү өсөн мәктәп программаһын яҡшы белеү етә.

 

Просмотров: 2436 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz