Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Четверг, 09.05.2024, 00:15
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Декабрь » 16 » Башҡорт теле көнө
16:35
Башҡорт теле көнө

Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге,халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын,фәһемле тарихын,йолаларын бергә туплап,беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла.Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар.Теле барҙың иле бар,иле барҙың даны бар,тигән сәсәндәр.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының 14 декабрҙе Башҡорт теле көнө тип үткәреү тураһындағы ҡарарын Б.Юлыев исемендәге 1-се Этҡол урта мәктәбе коллективы хуплап сыҡты.Башҡорт теле көнө мәктәптә ойошҡанлы үтте. «Мәңге йәшә,башҡорт теле» исемле тематик линейка уҙғарылды.Унда 5-7-се класс уҡыусылары күренекле шағирҙарыбыҙҙың туған телебеҙгә арнап яҙған шиғырҙарын һөйләнеләр,тел тураһында йырҙар яңғыраны (етәкселәре башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ишҡыуатова Гүзәл Айҙар ҡыҙы һәм музыка уҡытыусыһы Хисмәтуллина Гөлфиә Әнүәр ҡыҙы).Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Дәүләтбаева Сулпан Рыҫкилде ҡыҙы туған телебеҙҙең бөйөклөгө,мөһимлеге тураһында сығыш яһап,уны хөрмәт итергә, һаҡларға,яҡларға саҡырҙы.

Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты- башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.

Просмотров: 578 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz