Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Воскресенье, 19.05.2024, 20:40
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Декабрь » 4 » Киләсәккә өмөт менән
16:42
Киләсәккә өмөт менән

2 декабрҙә Бөтә донъя инвалидтар көнө сиктәрендә Б. Юлыев исемендәге Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Киләсәккә өмөт менән» исемле күркәм сара үтте. Бында Беренсе Этҡол ауыл биләмәһендә йәшәүсе, физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙы тәрбиәләүсе ғаиләләр саҡырылғайны. Байрамдың рәсми өлөшөндә тәүге ҡотлау телмәре менән тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә.сығыш яһаны. Физик мөмкинлектәре сикле булған балаларҙың күңелдәренә мәктәп уҡыусыларың концертты ла хуш булғандыр.Сығыш яһаусылар араһында 4 класс егеттәренең, 3 кластан Мингалиева Азалияның сығышы ихлас килеп сыҡты. Байрам төҫөн алған сараны мәктәп уҡыусылары ҡәҙерле кешеләребеҙ – әсәләргә бағышланған шиғыр юлдары (Юныспаев А. һәм Галиуллин Р ) һәм йыр (Вәлитова Гөлкәй) менән биҙәне.Физик мөмкинлеге сикләнгән балаларҙың әсәләренә яҙмыш тарафынан айырыуса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән шул, бәләкәстәренә ҡарата икеләтә йөрәк наҙы, хәстәрлелек, сабырлыҡ талап ителә уларҙан; шуға күрә уҡыусыларҙың сығышы бик урынлы, әсәләргә оло рәхмәт һүҙе булып яңғыраны.

Ауыл хакимиәте башлығы Азаматова Гөлнур Йыһанур ҡыҙы ла тантананың төп сәбәпселәрен, уларҙың ата-әсәләрен, яҡындарын йылы тәбрикләп, барыһына ла изге теләктәрен еткерҙе.

Йылы, ҡанатландырғыс һүҙҙәргә, йыр-моңға бай булды сара.Мәктәп психологы Мәхмүтова Я.У.ҡыҙыҡлы уйындар уйнатып, бәләкәстәрҙең күңелен күтәрҙе.Үҙ сиратында ата-әсәләр һәммәһенә лә теләктәрен еткереп, ҙур байрам төҫөн алған матур сара ойошторған өсөн мәктәп коллективы, директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙына, ауыл хакимиәте башлығына, социаль педагог Хисмәтуллина Г.Ә. оло рәхмәтен белдерҙеләр. Физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн ауыл биләмәһе хакимиәте, мәктәп администрацияһы күстәнәстәр әҙерләне. Байрам тантанаһы сәй табыны менән тамамланды. Балалар ҡыуанышып тик улар өсөн ойошторолған байрамдан дәрт-ялҡын алып, күтәренке кәйефтә өйҙәренә таралышты.

Просмотров: 588 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz