Размер шрифта: A AA Изображения Выключить Включить Цвет сайта Ц Ц Ц Х
Включить версию для слабовидящих
Среда, 08.05.2024, 10:17
Приветствую Вас Гость | RSS

МОБУ СОШ с. 1-е Иткулово

Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 39
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0

Главная » 2017 » Декабрь » 27 » “Тағараҡ” экологик акцияһы
20:12
“Тағараҡ” экологик акцияһы

Ҡыш – беҙҙең, яҡта ҡалған ҡоштар өсөн бик ауыр миҙгел. Уларҙың күбеһе һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә. Ҡоштарҙы сатлама һыуыҡта һаҡлау өсөн беҙҙең Беренсе Этҡол урта мәктәбендә йыл һайын “Тағараҡ” экологик акцияһы үткәрелә. Уның барышында уҡыусылар “Иң матур”, “Иң уңайлы”, “Иң шәп” ҡоштар “ашханаһын” әҙерләү буйынса көс һынаша. Мәктәптең дөйөм линейкаһында «Йәш урмансылар» түңәрәге етәксеһе Әлфирә Әхмәт ҡыҙы Азаматова уҡыусыларға ҡышлаусы ҡоштар тураһында мәғлүмәттәр биреп, уларға ярҙам итергә саҡырҙы. Шулай уҡ түңәрәккә йөрөүсе уҡыусылар Килмәкова Алтынай, Йәғәфәрова Ынйы уҡыусыларға ҡоштар тураһында шиғырҙар һөйләне.

Балалар беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштар ҡышлауын, ниндәй һыйҙы яратыуҙарын да бик яҡшы белә. Шулай ҙа түңәрәккә йөрөүсе уҡыусылар Килмәкова Алтынай, Йәғәфәрова Ынйы, Йәғәфәров Рамаҙан, Иҫәнғолов Бөрйән башланғыс класс уҡыусылары өсөн иҫкәрмәләр таратты.

Тыуған яғын, тәбиғәтте яратҡан кескәйҙәр булған саҡта киләсәгебеҙ ҙә өмөтлө. Шуныһы ҡыуаныслы: уҡыусыларға ата-әсәләр был йәһәттән ҙур ярҙам күрһәтә, үҙҙәре лә сәмләнеп ярышҡа ҡушыла. 1-4 класс уҡыусылары ҡоштар өсөн үҙ ҡулдары менән дә тағараҡтар яһаны. Изге йома көнөндә уҡыусылар дәрестән һуң мәктәп янындағы ағаслыҡҡа сығып тағараҡтарын элде һәм тәмлекәстәр менән тултырып ҡуйҙы. Барыһы 38 тағараҡ эшләнде. Уҡыусылар ҡоштар өсөн ниндәй генә “ашханалар” эшләмәгән! Балаларҙың фантазияһы шул тиклем бай булып сыҡты.

Ижади ҡараш һәм тапҡырлыҡ күрһәткән уҡыусылар – 1 класстан Хисмәтуллин А, Азаматова А, Бикмузина Ғ, 2 кластан –Йосопова З, Йортбәкова Н 3 кластан Солтангәриев, Минғәлиева А,Барлыбаева А, 4 кластан Минғәлиев И иң оҫталары тип табылды.Әлбиттә класс етәкселәре Рыскужина Д.А., Хасанова А.А., Барлыбаева Ә.И.,Йортбәкова Г.Р.экологик акцияны үткәреүҙә актив ҡатнаштылар.

Еңеүселәр мәктәп администрацияһы тарафынан Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, әүҙем ҡатнашыусы синыфтар ҙа билдәләп үтелде.

Баҡса янынан үткән һәр беребеҙ үҙебеҙҙең тағараҡтарға һоҡланып ҡарайбыҙ. Эш бының менән генә бөтмәй. Уҡыусылар уларға ем һалып торорға ла онотмаҫҡа тейеш, уның өсөн яуаплылыҡты дежур класс уҡыусыларына йөкмәтелде. Артабан түңәрәк ағзалары тағараҡтарға килеүсе ҡоштарҙы күҙәтеп, көндәлектәр алып барасаҡ.

Ҡоштар – тәбиғәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Уларҙан башҡа тәбиғәт йәнһеҙ. Һәр кем быны иҫендә тоторға тейеш. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ярҙамға мохтаж булғанда ситтә ҡалырға ярамай.

 

Просмотров: 373 | Добавил: itkul | Рейтинг: 0.0/0
Всего комментариев: 0
Имя *:
Email *:
Код *:
Форма входа
Поиск
Календарь
«  Декабрь 2017  »
ПнВтСрЧтПтСбВс
    123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Copyright MyCorp © 2024
Бесплатный хостинг uCoz