15 декабрь көнө Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Иман нуры керһен күңелгә» исеме аҫтында уҡыусыларҙың Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса конкурс уҙҙы. Был конкурс “Салауат Галин ” исемендәге мәсет менән берлектә ойошторолдо.
Конкурста йәмғеһе 32 бала ҡатнашты. “С.Галин” исемендәге мәсет имамы Азамат Ғәҙелмурзин һәм ауылдың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре байрамға ныҡлап әҙерләнгәйне. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурсты үткәреүгә ауылдың, шулай уҡ күрше Ғәҙелбай ауылының «Исҡужа» мәсетенең имамы Фәйзуллин Ғүмәр ҙур көс һалды, улар еңеүселәрҙе бүләкләүҙе лә үҙ өҫтәренә алды.
Конкурсты тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. асып, “Иман, сәләмәтлек, әҙәп – йәшәйештең мәғәнәһе” – икәнлеген сүрәләрҙә лә сағылыуы, иманлы баланың тәртипле лә, маҡсатлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, һүҙҙе дауам иттереү
...
Читать дальше »