15 декабрь көнө Беренсе Этҡол урта мәктәбендә «Иман нуры керһен күңелгә» исеме аҫтында уҡыусыларҙың Ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләү буйынса конкурс уҙҙы. Был конкурс “Салауат Галин ” исемендәге мәсет менән берлектә ойошторолдо.
Конкурста йәмғеһе 32 бала ҡатнашты. “С.Галин” исемендәге мәсет имамы Азамат Ғәҙелмурзин һәм ауылдың аҡһаҡалдары, ағинәйҙәре байрамға ныҡлап әҙерләнгәйне. Шуныһы ҡыуаныслы, конкурсты үткәреүгә ауылдың, шулай уҡ күрше Ғәҙелбай ауылының «Исҡужа» мәсетенең имамы Фәйзуллин Ғүмәр ҙур көс һалды, улар еңеүселәрҙе бүләкләүҙе лә үҙ өҫтәренә алды.
Конкурсты тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Азаматова Ә.Ә. асып, “Иман, сәләмәтлек, әҙәп – йәшәйештең мәғәнәһе” – икәнлеген сүрәләрҙә лә сағылыуы, иманлы баланың тәртипле лә, маҡсатлы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, һүҙҙе дауам иттереү өсөн ауылдың имам хатибы Азамат Ғәҙелмурзинға бирҙе.Ул барыһын да байрам менән ҡотлап үтте, бәйгеселәргә уңыштар теләп, фатиха бирҙе.
Конкурс бик сәмле барҙы. Һөҙөмтәлә бәләкәстәр төркөмөнән Хәсәнова Айгүзәл– 1-се, Солтангәрәев Алсын – 2-се урын алды. 3-сө - 4- се кластар араһында Вәлитова Г, Мәхмүтова Л, Барлыбаева А, Ахметова Д, Мәхмүтова Н, Солтангәрәев Ильназ билдәләнде. 5, 6 кластар араһынан иң яҡшылар иҫәбенә: Солтангәрәев Илфир, Азаматова Руфина инделәр. Өлкән балалар араһынан 1-се урынға Хәмитова Л, 2-сегә –Мәхмүтов Й, 3-сө урынға Усманова Н, шулай уҡ Ғәлиуллин Р, Хәсәнов И, Ишмурзин Б, Юныспаев А, Байсубаҡов Ю, Йәғәфәров Р сыҡтылар.Урын алған балаларға бүләктәр таратылды. Әйтергә кәрәк, бер бала ла конкурстан бүләкһеҙ ҡайтманы. Шулай уҡ Усманов Миңлеғәле ағай, Усманова Көнһылыу һәм дә Азаматова Гөлсирә апайҙар үҙҙәренең шәхси приздарын булдырып, бихисап уҡыусыларға тараттылар.
Шулай уҡ сарала ауыл хакимиәте башлығы Азаматова Гөлнур Йыһанур ҡыҙы ла ҡатнашып, үҙенең теләктәрен уҡыусыларға еткерҙе. Мәктәп директоры Миңлегөл Төхвәт ҡыҙы диндең уҡыусыларға тәрбиәүи әһәмиәттәре тураһында үҙ фекерҙәрен әйтте.
Ауыл халҡы, әсәй-атайҙар, мәртәбәле ҡунаҡтар, ауыл хакимиәте башлығы, өләсәй-олатайҙар ҡатнашлығында уҙған был кисә балаларға әҙәп, әхлак тәрбиәһе биреүҙә төп таяныс булды. Киләсәк – уҡыусылар ҡулында, уларҙы иманлы, итәғәтле итеп тәрбиәләү – барыбыҙҙың да төп бурысы. |