8 декабрь, йома көнө, мәктәптә Матбуғат байрамы үткәрелде. “Аҡбуҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Йәшлек”, “Һаҡмар” гәзит-журналдарынан “вәкилдәр” - Хәсәнов Илзат, Вәлитова Гөлкәй, Моталлапова Әминә, Йәғәфәрова Ләлә килдеделәр һәм үҙҙәренең матбуғаты
менән таныштырҙылар, ә Хисмәтуллина Фидалия почтальонка ролендә ата-әсәләрҙе ваҡытлы матбуғатҡа яҙылып, балаларҙы рухи аҙыҡ менән тәьмин итергә, телебеҙгә битараф булмайынса, 2018 йылдың тәүге ярты йыллығына газета-журналдарға яҙылырға саҡырҙы.
Артабан матбуғатҡа яҙылыусылар араһында ярыш ойошторолдо һәм еңеүселәр билдәләнде. “Бөтә класс менән гәзит-журналдарға яҙылыу” номинацияһында 6-сы класс 1-се урын алды. 2-се урынға иң бәләкәй уҡыусылар – 1-се класс лайыҡ булды һәм 3-сө урынды 3-сө һәм 4-се кластар яуланы. Хисмәтуллина Гөлфиә Әнүәр ҡыҙының тырышлығы менән беренсе урынға сығыусы 6-сы класс бассейнға барыу хоҡуғын алды, Рыскужина Дилә Әхтәм ҡыҙы (1-се класс), Барлыбаева Әлиә Исмәғил ҡыҙы (3-сө класс) һәм Йортбәкова Гөлсинә Рәүил ҡыҙының (4-се класс) уҡыусыларына төрлө приздар тапшырылды. Бүләктәрҙең спонсоры - ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы Азаматова.
“Кабинет өсөн гәзит-журналдарға яҙылыу” номинацияһында мәктәп администрацияһының рәхмәт хатын 5-се, 7-се кластар алды. Етәкселәре – Мәхмүтова Фәнүзә Фирғәт ҡыҙы һәм Ишҡыуатова Гүзәл Айҙар ҡыҙы. |