8 декабрь “Урындарҙағы инициативаларҙы хуплау проекты”нда ҡатнашыу буйынса һөйләшеү үткәреү һәм тәҡдимдәр индереү өсөн 1-се Этҡол ауылы халҡы мәктәпкә йыйылышҡа килде.
Йыйылышта район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Д.Р.Хисмәтуллин, район Советы секретары Х.Х.Аминев, мәғлүмәт-консультация үҙәге етәксеһе Р.В. Дәүербәков, 1-се Этҡол биләмәһе хакимиәте башлығы Г.Й. Азаматова ҡатнашты.
Йыйылыштың маҡсаты Берҙәм Рәсәй партияһының “Урындарҙағы инициативаларҙы хуплау проекты” тураһында мәғлүмәт биреү, халыҡтың фекерен тыңлау,тәҡдимдәрҙе хуплау. Район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Д.Р.Хисмәтуллин проектың төп маҡсаты, уның йүнәлештәре тураһында белешмә бирҙе.Ауыл хакимиәте башлығы Гөлнур Йыһаннур ҡыҙы халыҡтың ниндәй йүнәлештә ҡатнашырға теләүҙәрен, тәҡдимдәрен һорағандан һуң, Беренсе Этҡол урта мәктәбе директоры “Урындарҙағы инициативаларҙы хуплау проекты”нда ҡатнашып, мәктәптең иҫке тәҙрәләрен алмаштырырға тигән тәҡдим индерҙе. Ауыл халҡы, бигерәк тә ата-әсәләр тәҡдимде хуплап сыҡтылар.
Программаның тәүге этабында- йыйылышта бөтәһе 78 кеше ҡатнашты, 11 кешенән торған инициатив төркөм һайланды һәм халыҡтан 10% иғәнә йыйырға ҡарар сығарҙылар.Артабан республика кимәлендә конкурста ҡатнашырға документтар әҙерләнәсәк.
|